Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәр берлеге ултырышында шулай тип белдерҙе. - Төҙөлөш сәнәғәте иҡтисад һәм социаль өлкә үҫешенә этәргес бирә. Торлаҡ төҙөлөшөнән тыш, ҙур инфраструктура проекттары ғәмәлгә ашырыла. Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн берҙәм булырға тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров. 2021 йылда Башҡортостанда 2 миллион 900 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө.







