Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев парламент фракциялары етәкселәренә мониторинг ойошторорға ҡушты. - Халыҡ мәктәп кәрәк-яраҡтарына хаҡ артыуға зарлана. Августа әйбер ҡиммәтләнеүе ғәҙәти күренеш, әммә ҡайһы бер тауарға бер нисә тапҡырға күтәрелеүе тураһында хәбәрҙәр бар. Яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтары, мәктәп формаһы, портфелгә хаҡтар артыуы борсой, - тине Константин Толкачев. Депутаттар үҙҙәре һайланған округтарҙа мониторинг уҙғара.







