Был рейсинг ваҡытында спорсылар ҙур булмаған квадрокоптерҙар менән идара итә. Пилотһыҙ аппарат ҡатмарлы боролоштарҙан торған юл үтергә, тиҙлекте сәғәтенә 1 мең километрға тиклем арттырырға тейеш. Күнекмә майҙансығының әһәмиәте тураһында республика башлығы Радий Хәбиров ошоларҙы белдерҙе.
Дрондар йөк ташый ала. Уларҙы биләмәләрҙе бүлеүҙә, төҙөлөш барышын күҙәтеүҙә, урмандарҙа патруль үткәреүҙә ҡулланырға була.







