Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны Республика менән идара итеү үҙәгенә алып килде. Федераль министр белдереүенсә, ул бындай заманса үҙәкте беренсе тапҡыр күрә. Дмитрий Патрушев уны Осоштар менән идара итеү үҙәге менән сағыштырҙы.- Бында йыйылғаy мәғлүмәттәр Республика етәкселегенә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге бирә. Ауыл хужалығына килгәндә лә барыһы ла күҙ алдында. Башҡортостан тәжрибәһен башҡа төбәктәр ҙә өйрәнер тип ышанам. Уңышлы алымдарҙы беҙҙең федераль министрлыҡ та ҡуллана ала. Системаларҙы берләштереүгә ынтылырға кәрәк. Яҡшы тәжрибә, - тине Дмитрий Патрушев Республика менән идара итеү үҙәген баһалап.







