Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы иген экспортлау буйынса планын үҙгәртеүе ихтимал

Рәсәйҙә майҙандарҙың 27 проценты урылған, 55 миллион тонна иген йыйылған. Уңыш насар түгел, әммә урып алынған ашлыҡ күләме былтырғынан әҙерәк. Яҙҙың һалҡын килеүенә бәйле күп кенә төбәктәрҙә сәсеүгә һуң төшкәндәр. Башҡа сәбәптәр ҙә булған. “130 миллион тонна иген йыйып алыуға ирешмәүебеҙ ихтимал. Һис шикһеҙ, ил баҙарын тулыһынса тәьмин итәсәкбеҙ. Әммә 50 миллионлыҡ экспорт планын яңынан ҡарарға кәрәк була. Был иһә донъя баҙарына кире йоғонто яһаясаҡ”, - тине Дмитрий Патрушев.  Глобаль баҙарҙа бойҙайға бәйле хәл ҡатмарлы. Климаттағы аномаль күренештәр иген тәҡдим иткән илдәр һанының кәмеүенә килтерҙе.

Фото №1 - Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы иген экспортлау буйынса планын үҙгәртеүе ихтимал
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ