Күгәрсен районының «Тәүәкән» ауыл хужалығы районда тәүгеләрҙән булып ураҡ өҫтөнә баҫҡан. Әлеге ваҡытта «Умка» сорты ултыртырлған 120 гектарлыҡ баҫыуҙағы эштәргә 4 комбайн йәлеп ителгән.
Урып-йыйыу эштәрендә ҡатнашыусылар намыҫлы эшләһен өсөн тейешле шарттар булдырылған: эш көнө дауамында механизаторҙарҙы ике тапҡыр ашатыу ойошторолған.
Игенселәргә хужалыҡта етештерелгән бейә ҡымыҙы ла тәҡдим ителә. Янғын хәүефенән һаҡлау өсөн баҫыу ҡырында һыу машинаһы дежурҙа тора. Ауыл эшсәндәре әйтеүенсә, быйыл уңыш күләме юғары. Гектарынан уртаса 40 центнер самаһы тәшкил итә.
Рәзилә Ғиниәтуллина




