Ә инҡар итеүселәр яуапҡа тарттырыласаҡ. Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Учалы районында уҙған ҡаҙылма байлыҡтар менән файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия эшендә шулай тип белдерҙе.
Был белдереүҙәрҙең ҡоро һүҙ түгеллеген Ураҙ ауылы янындағы алтын йыуыу карьерҙары миҫалында күрергә мөмкин. Тәртипһеҙ рәүештә ҡаҙылма байлыҡтар сығарыусы «Альтинвест» компанияһы республика етәкселегенең баҫымы һөҙөмтәһендә рекультивация башланы. Сираттағы күсмә ултырышта алтын сығарыу менән шөғөлләнеүсе башҡа ойошмалар менән дә мөнәсәбәттәрҙе көйләү тураһында һүҙ барҙы.
Күпереп ятҡан һөрөнтө ерҙәр, бөхтә яр буйҙары. Был урында алтын йыуғандар тип уйламаҫһың да. Әле ике йыл элек кенән Ураҙ ауылы янындағы күл буйҙарына барырлыҡ та түгел ине. Ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу менән шөғөлләнеүсе компания ерҙе вәхшиҙәрсә таланы. Урындағы халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерә башлағас, республика етәкселеге лә мәсьәләне контролгә алды.
Әммә бар ойошмалар ҙа ҡағиҙәне теүәл үтәй, тип әйтеп булмай. «Альтинвест» компанияһы үҙе лә рекультивация эштәрен яңы башлап тора. Ураҙ ауылы тирәләй ике урында эш алып барыу өсөн лицензияларын ғәмәлдән сығарғас ҡына. Азат Бадранов әйтеүенсә, бындай аңлашылмаусанлыҡтар барлыҡҡа килмәһен өсөн эш башлар алдынан урындағы властар, халыҡ менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу, социаль килешеү төҙөү шарт.
Әле Учалыла 29 ойошма алтын сығарыуға лицензия алған. Уларҙың һаны йылдан-йыл арта ғына. Азат Бадранов әйтеүенсә, алынған 37 лицензияның тик егермеһенә генә ер участкаһы менән файҙһаланыу хоҡуғы бирелгән. Һәм бындай етешһеҙлектәр байтаҡ.
Учалыла ҡаҙылма байлыҡтар менән шөғөлләнеүсе ойошмаларҙың 90 проценты районға файҙа килтермәй. Ведомство-ара комиссия ултырышында эшҡыуарҙар менән муниципаль властар араһында бәйләнеш булдырыу, алтын йыуыу эшен хоҡуҡи киңлектәргә сығарыу юлдары барланды.
Айнур Кәбиров




