Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны арта

Тәүлек эсендә 95 яҡташыбыҙҙа инфекция асыҡланды. 

Әле республика дауаханаларында 134 кеше ковид менән көрәшә, улар араһында 80 пациент 60 йәште үткән. 17 кеше ауыр хәлдә, икеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, әлегә хафаланырға сәбәп юҡ, шулай ҙа хәҙерҙән үк вакцинация һәм ревакцинация буйынса әүҙем эшләргә кәрәк. Август аҙағында отпускынан һуң эшкә сыҡҡан уҡытыусыларға айырым иғтибар биреү талап ителә.

Әйткәндәй бөгөнгә төбәктә вакцинацияны 2 484 667 кеше тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка эшләтеү өсөн 12 201 кеше мөрәжәғәт иткән.   

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус  йоҡтороусылар һаны арта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ