Ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә

Яңы ихата һымаҡ. Республикала ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. «Башҡорт ихатаһы» программаһы сиктәрендә Баймаҡ ҡалаһында тиҫтәгә яҡын ихата тәртипкә килтерелгән. Биләмәләрҙә яңы парковка урындары, бер нисә балалар майҙансығы төҙөлгән, ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ауыр техника эше тамамланған, саң туҙҙырыуҙар артта ҡалған. Ваҡ эштәр башҡарылғас, объект тулыһынса сафҡа инә аласаҡ. Әлеге ваҡытта эшселәр бордюр буятыу менән мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта газон ултыртыу өсөн, культиватор ярҙамында тупраҡ эшкәртелә.

Быға тиклем ихатала тротуар ҙа, ял итеү зонаһы ла, кер элеү майҙансығы ла булмаған. Биләмәне төҙөкләндереү эштәре ике ай элек башланған. Контракта ярашлы, 1 сентябргә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Урындағы халыҡ ял итеү урындары тураһында күптән хыялланған. Программа ярҙамында ихатала балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән. Хәүефһеҙлек саралары ла онотолмаған: бер нисә видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылған.

Баймаҡ ҡалаһында йәмғеһе 28 ихата иҫәпләнә. Был – республика программаһыһы ярҙамында төҙөкләндерелгән һигеҙенсе ихата. Уны тәртипкә килтереүгә 21 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт ихатаһы» программаһы 2024 йылға тиклем эшләйәсәк. Быйыл күп ҡатлы 200 йорт яны биләмәһен комплекслы төҙөкләндереү ҡаралған. Был маҡсатта республика бюджетынан бер миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Фото №1 - Ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ