Иглин районында «Ауыл ашамлыҡтары» бренды ассортиментын киңәйтә

Үҙебеҙҙең продукция. Иглин районында «Ауыл ашамлыҡтары» бренды ассортиментын киңәйтә. Предприятие 2019 йылда Юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы сиктәрендә барлыҡҡа килгән.

Бында ҡаҙылыҡтан алып консерваларға тиклем ит продукцияһы етештерелә. Күптән түгел эшсәндәр ҡыҙҙырыу өсөн тултырмалар етештереүгә тотонған. Ризыҡтар сығарыуға ауыл хужалыҡтарынан сифатлы сеймал һәм натураль тәмләткестәр файҙаланыла.

Ойошма Иглин ауылынан йыраҡ түгел Өфө – Павловка трассаһы буйында урынлашҡан. Предприятиенан алыҫ булмаған кибеттә уның продукцияһы менән танышып, һатып алырға мөмкин.

Фото №1 - Иглин районында «Ауыл ашамлыҡтары» бренды ассортиментын киңәйтә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ