Үҙенсәлекле балалар өсөн үҙенсәлекле дәрестәр. Өфөнөң Яҡутов паркында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн логопедик квест үтте. Бушлай дәресте «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» үҙәге ойошторған. Уйын рәүешендә кескәйҙәр өндәр әйтелешен камиллаштырҙы, дикция өсөн күнегеүҙәр яһаны.
Балалар үҙҙәрен йыһанда йәки әкиәттә итеп күҙ алдына килтереп, файҙалы күнекмәләр башҡара: таштарҙан ялан аяҡ атлап үтә, стеналағы фигураларҙы тотоп ҡарай. Белгестәр әйтеүенсә, тактиль терапия яҫы табанлылыҡты иҫкәртә, психоэмоциональ яҡтан бушата, ҡул моторикаһын үҫтерә.
Тактиль майҙансыҡтар Өфөнөң ике нөктәһендә бар, быйыл уларҙы икеләтә арттырырға планлаштыралар. Унда шөғөлләнеү төрлө йәш вәкилдәре өсөн, айырыуса инсульт кисергән өлкәндәр өсөн дә файҙалы.
Ойоштороусылар майҙансыҡ менән дөрөҫ файҙаланырға кәңәш итә, йәғни ташлы юлдан ялан аяҡ атлап үтергә, фигура һәм үҫемлектәрҙе тотоу мөмкин генә түгел, ә кәрәк, ти улар. Август аҙағында тактиль майҙансыҡ Туймазыла асылыр, тип көтөлә.
Рәзилә Ғиниәтуллина







