Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Шумбрат» байрамы үтте

Ул Башҡортостандың Мордва милли-мәҙәни үҙәгенең барлыҡҡа килеүенең 25 йыллығына бағышланды. Сарала отчет-һайлау йыйылышы уҙғарылды, Башҡортостан һәм Мордва республикалары ансамблдәре концерт программаһын күрһәтте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

«Шумбрат» сәләмләй! Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайына республикала йәшәүсе мордва милләте вәкилдәре йыйылды. Маҡсат – Башҡортостандың Мордва милли-мәҙәни үҙәгенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләәү, үткәнгә байҡау яһап, киләсәккә маҡсаттар ҡуйыу.

Сигеү, бәйләү һәм башҡа төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнеү йәштәр араһында онотолоп барылһа ла, күргәҙмәлә күҙҙең яуын алырлыҡ экспонаттар урын алған. Мәҫәлән, йүкәнән эшләнгән ҡурсаҡ. Уның элек-электән йорт һаҡлаусы, ғаиләгә бәхет-именлек килтереүсе икәнлегенә ышанғандар. Бының өсөн ҡурсаҡты «бейетергә» кәрәк. Сарала Мордва республикаһынан ҡунаҡтарҙың килеүе айырыуса мәртәбә өҫтәне.

Башҡортостанда 20 мең 300 мордва милләте вәкиле иҫәпләнә. Уларҙы сирек быуат элек барлыҡҡа килгән Мордва милли-мәҙәни үҙәге берләштерә. Ойшманың төп йүнәлеше – туған телде өйрәнеү һорауҙарын ҡарау, мордва милләте вәкилдәре күпләп йәшәгән урындарҙа социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү тора.

Республика мәктәптәрендә мордва теле уҡытыла, район-ҡалаларҙа 20-нән ашыу мордва ижади ансамблдәре эшләп килә. Киләсәккә лә маҡсаттар юғары. Уларҙың береһе – мәғрифәтсе Авксентий Юртовтың 165 йыллыға Ҡырмыҫҡалы районында саралар үткәреү планлаштырыла.

Был көндө Мордва милли-мәҙәни үҙәгенең отчет-һайлау йыйылышы ла үтте. Унда ойошма вәкилдәре мордва милләтенең этно мәҙәни үҫеше тураһында әңгәмәләште, алдағы биш йылға яңы состав һайланды.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Шумбрат» байрамы үтте

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ