Башҡорт батальоны командирҙары яҡташтарыбыҙҙың хәрби әҙерлеген юғары баһалай

Уларҙың күҙҙәре яна. Башҡорт батальоны командирҙары яҡташтарыбыҙҙың хәрби әҙерлеген юғары баһалай. Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мотоуҡсылар батальонының хәрби әҙерлек үткән урынына барҙы. Республика етәксеһе яугирҙәр менән аралашты һәм уларға махсус хәрби операция бурыстарын башҡарғанда уңыштар теләне. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналының киләһе репортажында.   

Ут полигонында ғына түгел, хәрбиҙәрҙең күҙҙәрендә лә яна. Тактик күнекмәләр ваҡытында шайморатовсылар үҙҙәрен бер ҙә генә йәлләмәй. Сөнки уҡыу нисек кенә ауыр булһа ла, яуҙа еңелерәк икәнен улар яҡшы аңлай. Шуға ла тәжрибәле хәрбиҙәр ҙә, йәшерәктәре лә берҙәм команда булып эш итә.

Яланда ысын танк биатлоны. Яҡташтарыбыҙ хәрәкәттәрен көйләү менән бер рәттән, ҡаршлыҡтарҙы йырып сығырға өйрәнә. Шул иҫәптән башҡа подразделение яугирҙәре менән дә.

Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең йәшәү шарттары менән танышты, улар йоҡлаған кубриктарҙы, хәрби кейемдәрҙе ҡараны. Әйткәндәй, экипировка республика властары ярҙамы менән һатып алынған. Был кейемдәрҙә шайморатовсылар махсус операцияла ҡатнаша. 

Хәрби частә Радий Хәбиров батальондың шәхси составы менән осрашты. Унда хәрбиҙәр төбәк етәксеһенән үҙҙәренең яҡындарына ярҙам итеүен һораны. Башҡортостан башлығы был минең бурысым һәм яуаплылығым тип яуап ҡайтарҙы. 

Бынан тыш, хәрбиҙәр махсус операциянан һуң Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонды тарҡатмаҫҡа тәҡдим итте. Төбәк етәксеһе был турала уйлаясағы тураһында белдерҙе.

Әлеге ваҡытта Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың хәрби әҙерлеге аҙағына яҡынлаша. Яҡын көндәрҙә улар Украиналағы махсус операцияға юллана. 

Фото №1 - Башҡорт батальоны командирҙары яҡташтарыбыҙҙың хәрби әҙерлеген юғары баһалай

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ