Белгестәр фараздары буйынса, Борай районы урманындағы ҡәберлектә Кушнаренко халҡы мәҙәниәте вәкилдәре ерләнгән. Тарихи эҙләнеүҙәрҙә Мәскәү, Самара, Төмән ҡалаларынан килгән ирекмәндәр ҙә ҡатнашты. Уртаҡ көс менән улар боронғо тормоштоң көндәлек әйберҙәренә тап булды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ябай кешенең иғтибарын йәлеп итмәгән тимер ярсығы археолог өсөн ҡиммәтле табыш. Ата-бабаларҙан ҡалған ҡайыш тимере ҡәберлектә ҡасан һәм кемдәр ерләнгән, республикала меңәрләгән йыл элек ниндәй тарихи ваҡиғалар булғанын өйрәнергә булышлыҡ итә.
Ҡурғанда һаҡланып ҡалған керамик көршәктәр ҙә ниндәй дәүер кешеләре ерләнгәнен иҫбатлаусы артефакт. Үҙенсәлекле биҙәу стилен юғалтмаған, сифатлы һауыт һүрәттәрендә боронғолар ер-һыу атамаларын, фәлсәфәүи әһәмиәткә эйә образдарҙы сағылдырыу ихтимал.
Боҫтанай ауылы эргәһендәге экспедцияға ярашлы бында йәшәгән боронғолар мал аҫрап, ағас ҡаласыҡта йәшәгән. Ер аҫтындағы табыштар ҡаласыҡ янғын һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡаны тураһында һөйләй. Археологтарҙың тырышлығы менән йыйылған тарихи ҡомартҡылар тикшереү үткәс артефакттар музейға тапшырыласаҡ.
Рәил Кузеев исемендәге этнология тикшеренеүҙәре институтының Көньяҡ Урал археологик мираҫы бүлеге хеҙмәткәрҙәре ойошторған экспедицияла сит өлкәләрҙән килгән ирекмәндәр ҙә ҡатнашты. Улар боронғо кешеләрҙең тормошон фәнни мәғлүмәт туплаған ҡәберлектәр аша өйрәнеп Борай ерендә тарихи ваҡиғаларҙы иҫкә алды.
Флорида Ким







