Ул Украинала хәрби операция барышында һәләк булды. Сарала Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул геройҙың әсәһенә Шайморатов орденын тапшырҙы. Тимур Стогов 1998 йылда тыуған. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң Ҡазандағы юғары танк командирҙары училищеһына уҡырға инә. Герой ҡала зыяратының Хәтер аллеяһында ерләнде.







