Хушлашыу митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, яугирҙың туғандары, дуҫтары, яҡташтары ҡатнашты.
Уҡыу алдынғыһы, спортсы, музыкант. Тимур Стогов һәр яҡлап та һәләтле була, әммә үҙенең киләсәген тик хәрби хеҙмәттә күрә. Шуға күрә лә Рәсәй ҡораллы көстәр сафында хеҙмәтә иткәндән һуң Ҡазандағы юғары танк команда училищеһына уҡырға инә. Ҡыйыу йөрәкле офицер, илһөйәр ул үҫтергәнһегеҙ, тине республика башлығы.
Тимур Стогов 1998 йылда Нефтекама ҡалаһында тыуған, 11 синыфты урындағы 2-се мәктәптә тамамлай, социаль-иҡтисади йүнәлеш буйынса уҡый, сит телдәр менән ҡыҙыҡһына, мәктәп баскетбол командаһында уйнай, аккордеон класы буйынса музыка мәктәбен тамамлай. Педагогтар әйтеүенсә, Тимур белем усағының ғорурлығы, ныҡлы таянысы була.
Тиҫтерҙәре әйтеүенсә, Тимур тоғро дуҫ, ышаныслы иптәш тә була. Һәм ул бер ваҡытта ла кешегә ҡаты бәрелмәне, ауыр һүҙ әйтмәне, йөҙөнән йылмайыу китмәне, тип хәтерләй класташтары.
Тимур Стогов туғандарына ҡарата ла иғтибарлы, хәстәрлекле була, Һәр ваҡыт бөтәһенә лә ярҙам ҡулы һуҙырға, бүләктәр эшләргә ярата.
Республика башлығы Тимур Стоговтың әсәһенә Шайморатов орденын тапшырҙы һәм улар хаҡында һәр ваҡыт хәстәрлек күреләсәген белдерҙе. Герой яугир Нефтекама ҡалаһының Хәтер аллеяһында ерләнде.
Рәмзиә Кәримова
Рәмзиә Кәримова







