Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 4 кеше юл-транспорт фажиғәләрендә вафат булған

Үлемесле аварияларҙың береһе киске сәғәттәрҙә Борай районында теркәлгән. Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлының 23-сө километрында Өфөнән килгән «Субару Форестер» автомобиле «Вольво» йөк машинаһы менән бәрелешә. Фажиғә һөҙөмтәһендә кроссоверҙың 66 йәшлек водителе һәм 52 йәшлек пассажиры үлемесле яралана. 

Тағы ла бер фажиғәле авария Белорет районында теркәлә. Тирлән ауылы урамдарының береһендә мотоцикл менән идара иткән 23 йәшлек егет йәйәүлене берҙерә. 59 йәшлек ир был ваҡытта урам аша сығып барған булған. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә транспорт аҫтында ҡалыусы ваҡиға урынында вафат була. Байкер үҙе тән йәрәхәтәте ала. Уның водитель таныҡлығы булмауы асыҡланған.

Ишембай районында мөмкинлеге сикләнгән ир еңел автомобиль аҫтында ҡалып һәләк булған. Үлемесле авария төнгө сәғәт 11-селәр тирәһендә Ишембай – Петровск юлында теркәлә. 14-се модель «ВАЗ» водителе әйтеүенсә, инвалид коляскаһындағы 44 йәшлек ир фажиғә ваҡытында юл уртаһында торған. Ашығыс ярҙам бәләгә тарыусыға ярҙам итеп өгөрмәй

Ә был ирҙе юл-путрль хеҙмәте инспекторҙары Йылайыр районында туҡтата. Баймаҡ-Алғаҙы маршрутын хеҙмәтләндергән автобус водителе руль артына эскән килеш ултырған. Был ваҡытта салонда 5 кеше, шул иҫәптән ике бала ултыра. Транспорт сараһы штраф туҡталҡаһына оҙатылған.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 4 кеше юл-транспорт фажиғәләрендә вафат булған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ