Машинистар, ярҙамсылары, рельстар һалыусылар, кондукторҙар, кассирҙар, вокзал хеҙмәткәрҙәре. Был байрамды илдә 8 йөҙ меңгә яҡын кеше билдәләй. Ләкин уларҙың күптәре был көндө тәгәрмәс өҫтөндә ҡаршылай.
Иҫәпһеҙ-һанһыҙ төймәләр, тиҫтәләгән команда һәм старт. Юлға әйтерһең дә һауа карабы сыға. Ысынында иһә тимер юлынан рельс автобусы ҡуҙғала. Хәйер, атамаһы уның күктәр иңләүсе – Орлан. Марс Мәхийәнов бындай ҡошто ҡулға өйрәтергә ала сағынан хыялланған. Сибай вокзалында сәғәттәр буйы поездар үткәнен ҡарай инем, ти ул. Шуға ла ниәтен тормошҡа ашырырға тимер юлдарҙан шикелле ныҡлы килә.
Марс аҡ күлдәктәрҙе йыш ҡына ҡыҙғылт жилеттарға ла алмаштыра. Әле ул машинист ярҙамсыһы. Тәгәрмәстәрҙең, тормоздарҙың төҙөклөгө, ғөмүмән, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге уның иңендә. Техника нисек кенә үҫешмәһен, автоматлашмаһын, ярҙамсыһыҙ хәрәкәт итеү мөмкин түгел, ти машинист үҙе лә.
Тап ошондай егеттәр барҙа, Рәсәй поездары тимер юлдарҙа ныҡлы тора. Пассажирҙар өсөн дә туҡылдап барыу юл ғазабы түгел, ә ниндәйҙер бер романтикаға әүерелә.
Һәм был романтиканы йылына ғына 1 миллиард 200 миллион тирәһе пассажир һайлай. Бынан тыш, илдең тимер юлдары аша миллиард ярым тонна йөк транспортлана. Һәм был төп иҡтисади артерия 7 йөҙ меңдән ашыу хеҙмәткәрҙе берләштерә. Ҡеүәтле механизм бер ваҡытта ла туҡтамай. Шуға күрә һөнәри байрам да күптәр өсөн тәгәрмәстәр өҫтөндә туҡылдап үтәсәк.
Айнур Кәбиров







