Баймаҡ районының «Орленок» һауыҡтырыу лагерында һуңғы смена башланды. Был турала ентекләберәк БЮТ хәбәрселәре яҙмаһында.
Талҡаҫ күле ҡосағында урынлашҡан «Орленок» һауыҡтырыу лагерының һуңғы заезында социаль яҡтан яҡланмаған балалар ял итә. Уларҙың һаны район буйынса яҡынса ике йөҙ. Үҙенең йәйге каникулын файҙалы итеп үткәреү маҡсаты менән ял итеп, көс тупларға тип апай-ағайҙары менән Арыҫлан Кәримов та килгән.
Лагерь көнө зарядка эшләү менән башлана, кискеһен инде махсус рәүештә дискотека ойошторола. Балаларҙың ялы иҫтәлекле һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн педколлектив бар көсөн һала. Эшкә башлыса төрлө уҡыу йорттарынан студенттар йәлеп ителгән. Уларҙың барыһы ла тейешле курс үткән.
Лагерь майҙаны иркен, йәшәү корпустары ла төҙөк һәм йылы. Ашханала көнөнә алты тапҡыр туҡланыу ҡаралған. Балаларҙың төп ял сәғәттәре лагерь биләмәһендә үтһә лә, программаға ярашлы тәбиғәт буйлап экскурсия, поход һәм һыу инеү ҙә ҡаралған. Орленок лагеры был миҙгелдә яҡынса 600 баланы ҡабул итте. Йәйге каникулдар хәүефһеҙ тамамланһын.







