Нефтекаманың 9-сы мәктәбендә төҙөкләндереү эштәре яңы уҡыу йылына тамамланасаҡ

Әле объектта ремонт эштәре бара. Эш барышы менән бөгөн Башҡортостан башлығы ла танышты.

9-сы һанлы белем усағы Нефтекаманың тарихи мәғариф учреждениеларының береһе, уға нигеҙ 1977 йылда һалынған. Мәктәптә әле 1 меңгә яҡын уҡыусы белем ала. Әммә ярты быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә бинала капиталь ремонт бер тапҡыр ҙа үткәрелмәй.

Һыу, йылытыу торбалары сафтан сыға, ҡыйыҡтан яҙлы-көҙлө һыу аға. Ә сатлама һыуыҡтарҙа класс бүлмәләрендә температура ныҡ төшә. Объект әле федераль программа сиктәрендә төҙөкләндерелә, капиталь ремонтҡа 60 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Хужалар әйтеүенсә, белем усағы тулыһынса яңы һулыш аласаҡ.

Башҡортостан башлығы Нефтекамаға эш сәфәре сиктәрендә ҡала эсендәге «Светлое» күле буйын да ҡараны. Төҙөкләндереү эштәре үткәрелгәндән һуң был биләмә Нефтекама халҡының һәм ҡала ҡунаҡтарының яратҡан ял урынына әйләнгән. Бында оло быуын вәкилдәре өсөн дә, йәштәргә лә, балаларға ла ваҡытты файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү өсөн тулы шарттар ҡаралған.

Радий Хәбиров шулай уҡ Нефтекаманың «Көнбайыш» баҙарында ла булды. Бында урындағы фермерҙар үҙ продукцияһын тәҡдим итә. Мәғлүм булыуынса, Республика башлығы баҡсасылар өсөн дә бушлай сауҙа урындары ойоштороу бурысын ҡуйғайны. Нефтекамалар әйтеүенсә, әле баҙарҙа һатыусылар өсөн дә, һатып алыусыларға ла бар уңайлыҡтар ҡаралған.

Баҡсасылар өсөн өҫтәмә 20 сауҙа урыны эшләнгән. Әммә уңыш миҙгелендә ихтыяж ҙур, урындар етмәй. Радий Хәбиров баҡсасыларҙан тыуҙырылған шарттар хаҡында һорашты, йәшелсә һатып алды.

Фото №1 - Нефтекаманың 9-сы мәктәбендә төҙөкләндереү эштәре яңы уҡыу йылына тамамланасаҡ
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ