Башҡортостан аграрийҙары 4 миллион тонна иген йыйып алырға иҫәп тота

Был күләм былтырғы менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк. Иң мөһиме: үҫтерелгән ашлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алыу.

Юғиһә киләһе аҙнанан һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә. Ауыл эшсәндәренә аяҙ көндәрҙе мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк файҙаланып ҡалырға кәрәк, тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оперативкала.
Башҡортостанда ураҡ үткән аҙнала башланды. Эштәр мал аҙығы әҙерләү менән бергә алып барыла. Аграрийҙар ужым һәм иртә культураларға төшкән. Гектар ҡеүәте 32 центнерға тиклем етә.

 Ырҙын табаҡтарына 120 мең тонна иген оҙатылған да инде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 4 миллион тонна ашлыҡ йыйып алыу Башҡортостан өсөн ғәҙәти күренеш булырға тейеш.

 Ураҡты тиҙ арала һәм юғалтыуһыҙ башҡарыу өсөн техника паркының яңыртылып тороуы ла шарт. Радий Хәбиров ашлыҡ йыйып алынғандан һуң был мәсьәләгә кире ҡайтырға һәм техника һатып алыуҙың яңы юлдарын барларға тәҡдим итте. Әлегә иһә ауыл эшсәндәренә һәр мәлде файҙаланып ҡалыу шарт.

Күҙаллауҙар буйынса иген культуралары 4 миллион тоннаға етте. Гектар ҡеүәте 30 центнерҙан аша. Хәҙер һауа торошоноң ғына һынатмауы шарт. Әгәр ямғырҙар китһә, үҫтерелгән ашлыҡты сығарып алыуы ауыр буласаҡШуға күрә ошо аҙнала бик көсөргәнешле эшләп алырға тура килер.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры - ауы хужалығы министры

Йәге бер көн тотош ҡыш өсөн яуап биргән тағы бер өлкә- коммуналь хужалыҡ. Республикала йылытыу миҙгеленә әҙерлек 71 процентҡа теүәлләнгән. Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, торлаҡ фондын, йылытыу селтәрҙәрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләү өсөн 5 миллиард ярым һум аҡса бүленгән һәм 10 сентәбргә тиклем эштәр тулыһынса тапшырылырға тейеш.

Радий Хәбиров үткән йылдарҙағы кеүек аңлашылмаусанлыҡтар барлыҡҡа килмәһен өсөн халыҡ араһында алдан уң аңлатыу эштәре алып барырға ҡушты.
Юғиһә һуңынан ут ҡапҡандай йүгерергә тура килмәһен. Спорт өсөн махсус урындар бар. Мәғәлән "Патриот" паркы янында төҙөлгән Геройҙар уҙышы майҙаны.

13 август ҡаршылыҡтар һыҙатын үтергә чиновниктар, муниципаль етәкселәр сығасаҡ. Ярышта 107 , шул иҫәптән республика башлығы хакимиәте командаһының да ҡатнашыуы көтөлә. Әйткәндәй, республика етәксеһе аҙналыҡ оперативкала парктың Украинала барған махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың исемен йөрөтәсәген белдерҙе.

Фото №1 - Башҡортостан аграрийҙары 4 миллион тонна иген йыйып алырға иҫәп тота

Айнур Кәбиров     

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ