Һуңғы өс аҙнала Башҡортостан юлдарында 52 кешенең ғүмере өҙөлгән

Күңелһеҙ статистика һандарын кәметеү, аварияларҙы иҫкәртеү мәсьәләре Республика йортонда үткән ведомство-ара комиссия ултырышында ҡаралды.

Белгестәр төбәктә транспорт инфраструктураһын камиллаштырыу буйынса 2 йылға иҫәпләнгән маҡсатлы программа төҙөү кәрәклеген билдәле. Уға ярашлы видеокүҙәтеү ҡоролмалары һанын арттырыу, транспорт сараларына рөхсәт ителгән тиҙлекте көйләү, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының рейдтарын арттырыу күҙаллана. Һауа шарттары боҙолоп юл хәрәкәте менән бәйле ҡатмарлыҡтар булғанда граждандарҙың телефонына иҫкәртеү ебәреү бурысы ҡуйылды.

Юл системаһы ҡатмарлы комплекс булараҡ күп өлөштәрҙән тора. Кеше факторынан тыш, һауа шарттары ла авариялар һанына йоғонто яһай. Йәйге селләлә юлдағы күңелһеҙ хәлдәр бер нисә тапҡыр күберәк теркәлә. Юл-траспорт тармағын камиллаштырыу өсөн бөтә алымдарҙы файҙаланыу буйынса фекер алышабыҙ.

Александр Булушев, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры
Фото №1 - Һуңғы өс аҙнала Башҡортостан юлдарында 52 кешенең ғүмере өҙөлгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ