Республикала 1 миллион 400 мең йортҡа газ үткәрелгән

Был турала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.

“2006 йылда газ үткәреү буйынса федераль программа ғәмәлгә инде. 14 йыл эсендә “Газпром” 7 миллиард һумға яҡын инвестиция йәлеп иткән. 80 ауыл 31 ҡасаба-ара газ үткәргес һалынған. Был яҡшы күрһәткес. Бер нисә мең кешенең көнкүрешен яҡшыртыуға өлгәшелде”, – тине Андрей Назаров.

2025 йылға тиклем Башҡортостанда 25 меңдән ашыу йортто зәңгәр яҡыулыҡҡа тоташтырыу ҡарала. Был маҡсаттан 16 миллиард ярым аҡса бүленә.

Фото №1 - Республикала 1 миллион 400 мең йортҡа газ үткәрелгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ