Ашҡаҙар буйында төҙөлөш эштәре апрелдә башлана

Тоҙ пристане Стәрлетамаҡ ҡалаһынаң биҙәгенә әйләнер тип көтөлә. Шулай уҡ «Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү» Бөтә Рәсәй бәйгеһендә 300-ҙән ашыу заявка араһынан Бөрө, Межгорье, Күмертау, Туймазы һәм Бәләбәй ҡалалары финанс ярҙам алған. Унда ла йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү эштәре йылдам бара.

Әлеге көнгә һүтеү эштәре тулыһынса тамамланды, инженер селтәрҙәре һалынды, йәйәү йөрөү зонаһын һәм амфитеатр төҙөү өсөн свайҙар беркетелде. Шулай уҡ, тротуатр плитәһе һалына, газон сәселде, ошо арала дүрт төрлө ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ. Барлыҡ эштәрҙең 55 процентын тамамланыҡ. Контракт буйынса 31 октябрь Тоҙ пристане сафҡа инер тип көтөлә.

Илдар Әхмәтвәлиев, Стәрлетамаҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Фото №1 - Ашҡаҙар буйында төҙөлөш эштәре апрелдә башлана
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ