Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт, Стәрлетамаҡ районы Кантюковка һәм Ейәнсура районы Байдәүләт ауылдарында йәшәүселәр иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыуҙы һорай. Улар Башҡортостан парламентына мөрәжәғәт иткән. Депутаттар был мәсьәләне көҙгө сессияла ҡарарға йыйына.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, республикалағы ундан ашыу ауыл “ҡоро ҡанун” тәртибен индерергә ниәтләй, улар тейешле документтар туплай. Әле Көйөргәҙе районы Яҡут ауылында алкоголь һатыу тулыһынса тыйылған.
“Эскелеккә ҡаршы көрәштә сикләүҙәр генә әллә ни ҙур файҙа бирмәй. Халыҡ өсөн спорт ярыштары, тамашалар ойоштороу мөһим. Шулай уҡ белем биреү йүнәлешендәге саралар ҙа үткәрелергә тейеш”, – тип иҫәпләй парламент спикеры. Көҙгө сессиялағы тәүге пленар ултырыш 22 сентябргә тәғәйенләнгән.







