Йәрмәкәй районы Исламбахты ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте

Тамырҙарҙы онотмайынса. Йәрмәкәй районы Исламбахты ауылында үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы йөҙләгән яҡташты бергә йыйҙы. Был көндө төбәктә икеләтә байрам билдәләнде. Быйыл ауылға 280 йыл тулһа, урындағы мәктәп бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Быуаттар тарихы шәжәрә биттәрендә. Йөҙҙәрсә исем араһында һәр береһе үҙ ата-бабаларын табырға тырыша. Кемдер күптән тыуған ауылынан күсеп киткән, әммә кесе Ватан һәр саҡ үҙенә тарта. Исламбахтыла тыуып үҫкән Урал Ғиләжев та ауылға нигеҙ һалыусы олатаһы тураһында ғорурланып һөйләй.

Ауылдың 280 йыллығы менән бер рәттән байрамда мәктәптең бер быуатлыҡ юбилейы ла билдәләнде. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Сания Шәйҙуллинаны Исламбахталы белмәгән кеше юҡ. 20 быуаттың етмешенсе йылдарында ул саҡта йәш кенә мөғәллим булып бер ҡатлы бүрәнә мәктәпкә эшкә килә. Әлеге мәктәп замансараҡ булһа ла, ханым белем усағы коридорҙарынан һөнәри үткәнен һағынып үтә.

Ауылдағы мәктәптең яңы бинаһына 20 быуат аҙағында нигеҙ һалына. Бөгөн бында яҡынса 40 уҡыусы белем ала. Аҙ булһалар ҙа, һәр береһе дәртле һәм спорт һөйөүсән. Үҫмерҙән тхэквондо һәм саңғы яраштырында даими рәүештә призлы урындар яулай.

Һәр бер ауыл үҙ халҡы менән данлы. Фото төшөрөүсе Рәиф Баҙыҡов ауыл тарихын үҙ ижади эштәрендә сағылдыра. Уның фотоларында Ыҡ буйында урынлашҡан йәмле ауыл тау-таштарын да, төрлө йәш ауыл вәкилдәрен дә күрергә мөмкин. Уның ижад емештәрен байрам үҙәгендә ҡуйылған күргәҙмәлә күрергә мөмкин ине.

Был фотолар ҙа ауыл тарихын һаҡлаусы бер мираҫ булып тора. Тағы ла бер быуаттан улар киләсәк быуындарға үткәндәр тураһында бәйән итәсәк.

Фото №1 - Йәрмәкәй районы Исламбахты ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ