Можга ҡалаһында уҙғарылған “Выль кужым – Бәйге” күпалышында дүрт ырыу вәкиле ярышты. «Бәйге»нең төбәк-ара кимәлгә сығыуы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Күҙ асып йомғансы Илшат Бәхтийәров командаға бер мәрәй яуланы. “Бәйге” 2021 йылдан ойошторолған яңы форматтағы һабантуйҙарҙың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Башҡортостандың 50 районы бындай ярыштарҙы үткәрҙе лә инде. Ул ғына ла түгел, башҡорт күпалышы тәүгә Мәскәү, Пермь, Ижевск һәм Свердлов өлкәһендә уҙғарылғайны. Был юлы “Бәйге” Удмурт республикаһының Можга ҡалаһында үткәрелгән “Выль” байрамын биҙәне.
«Выль» байрамы тарихы мәжүсилеккә барып тоташа, яңы уңышҡа өмөтләнеүгә, һауа торошона рәхмәтле булыуға бәйле. Быйыл сара милләт-ара дуҫлыҡ тантанаһы менән иҫтә ҡаласаҡ. Ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов менән Удмурт республикаһының милли сәйәсәт министры Эдуард Петров сәләмләне.
Милли уйындарҙы тергеҙеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған “Бәйге” ярышы Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә киң танылыу яулай. Етешәр спорсынан торған Удмурт республикаһынан “Можга” һәм “Еней”, Башҡортостандан “Гәрәй” һәм “Дуҡъя” командалары удмурт һәм башҡорт ырыуҙарының исемен сағылдыра.
Удмурттарҙың «Выль Кужым» ярыштарын Тарт-эт, Таш күсереү, Көс биатлоны, Таяҡ тартыу, Суҡмар ырғытыу, арҡан тартыу кеүек башҡорт милли уйындары тулыландырҙы. Командаларға иң күп мәрәйҙе «Башҡорт эстафетаһында» алырға мөмкин ине.
Бер төк бесәнде этеү, унан һуң 50 килограммлыҡ тоҡ менән йүгереү һәм уҡтан атып сәпкә тура эләгеү. Был һәм башҡа ярыштарҙа Башҡортостандың «Гәрәй» командаһы алдынғылыҡты бирмәне. Улар “Выль кужым - Бәйге” сараһының еңеүсеһе тип танылды.
Боронғо уйын, спорт төрҙөрен тергеҙеү «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы»нда ла сағылыш алғайны.
Әлфинә Килдейәрова







