Табиптар сентябрь башына коронавирус пандемияһының яңы тулҡынын фаразлай

Хәүефле сиргә бәйле Һаулыҡ һаҡлау министрлығының көндәлек статистикаһынан да күренә. Һуңғы тәүлектә ковидтың 115 яңы осрағы раҫланған.

Стационарҙарҙа әле 148 пациент дауалана, уларҙың 9 ауыр хәлдә. Бер кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә коронавирустан үлем осраҡтары теркәлмәгән.

Көҙгә Рәсәйҙә коронавирустың яңы штаммы таралыуы фаразлана. Табиптар уға «Кентавр» тигән исем биреп өлгөргән. Ауырыу билдәләре «Омикрон» штаммыныҡына оҡшаш. Хәлһеҙлек, тирләү, юғары тән температураһы, тымау, тамаҡ ауыртыуы, йүткереү һәм лимфа биҙҙәренең шешеүе күҙәтелеүе ихтимал. Медицинала коронавирустан һөҙөмтәле һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы булараҡ вакцина ҡаҙатыу танылған.

Фото №1 - Табиптар сентябрь башына коронавирус пандемияһының яңы тулҡынын фаразлай
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ