Һаулыҡ һаҡлау министрылығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 119 кешелә вирус барлығы раҫланған, бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Стационарға һалынған ауырыуҙар күбәйә. Бөгөн госпиталдәрҙә 155 пациент дауалана, уларҙың йөҙҙән ашыуы 60 йәштән өлкәндәр. Табиптар ун сирленең хәлен ауыр тип баһалай. Башҡортостанда 725 меңдән ашыу кеше ҡабаттан вакцина яһатҡан. Прививка йәшәгән урын буйынса поликлиникала эшләнә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының берҙәм бәйләнеш телефоны: 122.




