Яңы уҡыу йылына әҙерлек өсөн уртаса 20 мең һум аҡса кәрәк. Һәр ғаилә финанс мөмкинлектәренән сығып кейем һалым һәм уҡыу кәрәк-яраҡтары һайлай. Ата-әсәләрҙең уңайлығы өсөн республиканың төрлө район-ҡалаларында мәктәп йәрминкәләре асылды. Өфөлә генә 50-нән ашыу урында киңәйтелгән сауҙа булдырылған. Мәктәп тауарҙарына ҡытлыҡ юҡ, ти һатып алыусы Зәлиә Нәҙершина.
Мәктәп йәрминкәләре 4 сентябргә тиклем эшләй.







