- Был батальонды ла, Шайморатов исемендәге батальонды ла хәрби командирҙары маҡтай. Ғорурланам! Башҡорттар һәр ваҡыт көслө һәм ҡыйыу булды. Тыуған илгә лайыҡлы хеҙмәт итегеҙ!. Ә беҙ тылды һаҡларбыҙ, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостандан икенсе батальон 14 июлдә күнекмәләр башланы. Тәүгеһе, Шайморатов исемен йөрөткәне тиҙҙән Украинаға юллана.







