Хәҙер Бородин урамы менән Генерал Рыленко урамдары тотошҡан ерҙә юл ябыла. Нуғай трассаһынан килгән водителдәргә лә яңы урау юлға сығыу өсөн әҙерәк алдан боролоу талап ителә.
Был юл ваҡытлыса һәм ул Пугачев урамында яңы юлүткәргес төҙөлөш ваҡытында ғына файҙаланыуҙа буласаҡ. Юл йөрөү нескәлектәре тураһында ентекләберәк Айнур Кәбиров.
Ремонтҡа ябылған Пугачев урамын урап йөрөү өсөн Кузнецов затоны аша һалынған маршрутҡа халыҡ күнегеп тә өлгөрмәне, тағы ла яңы юл. Водителдәр өсөн Бородин менән Генерал Рыленко урамдарының Пугачев урамына тоташҡан ерҙәре ябыҡ. Юл киҫелешә хәҙер әҙ генә ситтәрәк. Пугачев урамынан Колгуев урамына төшкән ерҙә. Хәйер еңелгә әҙәм балаһы тиҙ күнегә. Һәр хәлдә төҙөүселәр был юл участкаһын халыҡ уңайлығы өсөн төҙөнөк, ти.
Икенсенән, төҙөүселәр үҙ мәнфәғәтен дә ҡайғырта. Пугачев урамында ҙур үткәүел төҙөлөшө башланды. Ошо сәбәпле яҡын тирәлге йорттар, коммуникациялар ҙа күсерелә. Был эшкә транспорт хәрәкәте әлбиттә ҡамасаулай.
Әле үткәүелдең тәүге терәүҙәрен генә күтәрә башлағандар. Эштәр 2024 йылдың аҙағына тамамланыр тип икөтөлә. Сабырлыҡтың төбө һары алтын тигәндәй, әҙ генә түҙгәндә алты һыҙатлы юлдан, светофорһыҙ үткәүелдән елдерәсәкбеҙ.
Айнур Кәбиров







