Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре баҡсасыларға бүленгән сауҙа нөктәләре буйлап рейд үткәрҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йорт яны участкаһында үҫтерелгән йәшелсә-емештәре менән сауҙа итеүселәр өсөн тейешле шарттар булдырырға ҡушҡайны. Был урындар бушлай бүленә. Әммә ҡайһы бер майҙансыҡтарҙа тикшереүселәр төрлө етешһеҙлектәрҙе лә асыҡланы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Терминалдар юҡ, әммә онлайн аҡса күсерергә мөмкин. Был сауҙа рәттәрендә өлкән быуын вәкилдәре, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар .
Ғәлиә Рауил ҡыҙы үҙе үҫтергән баҡса емештәрен һәм йәшелсәләрҙе һатыуға сығарған. Крыжовник, ҡурай еләге, сейә. Кәштәләрҙә хаҡлы ялдағыларҙың баҡсаларында үҫтерелгән эксклюзив тауар.
"Көньяҡ" баҙарҙың Ухтомский урамы буйлап урынлашҡан сауҙа нөктәләренең алғы рәттәрендә баҡсасылар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа һатыу итә. Тәүгеләренә сауҙа урыны өсөн хаҡ түләйһе түгел, ә эшҡыуарҙар урыны түләүле. Ике яҡ та бер-береһенә ҡамасауламай.
"Көньяҡ" баҙарында һәүәҫкәр баҡсасыларға льготалы 50 сауҙа итеү урыны бүленгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре алғы рәттәрҙә һәм шулай уҡ баҙар биләмәләрендә лә урынлашҡан. Әммә ҡайһы бер урындар ҙа һатыусылар булмай сыҡты.
Сауҙа бара. Әммә аҙна уртаһында һатып алыусылар ул тиклем күп түгел. Йәшелсә-емештәр, тәмләткестәр. Шифалы үләндәр йыйып сауҙа итеүселәр ҙә бар.
Әй һәм Революция урамында ла ошондай уҡ сауҙа нөктәһе урынлашҡан. Бында буш торған урындар бөтөнләй юҡ. Шуға ла күпселек һатыусылар үҙҙәре менән бергә алып килгән йыйылмалы өҫтәлдәрҙә сауҙа йәйелдергән. Үҙҙәре етештергәнде һатып ҡулаҡса эшләргә рөхсәт биргән өсөн республика Башлығына рәхмәтлеләр.
Әммә өлкәндәр араһында сауҙа рәттәрен күпләп ҡарбуз, ҡауын һәм башҡа емештәр һатыусы эшҡыуарҙар ала, тип ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар.
Был сауҙа нөктәләре баҡсасылар үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емештәр менән сауҙа итһен өсөн ҡоролған. Әммә сауҙа рәттәрен сит ерҙәрҙә, башлыса көнъяҡ һәм тропик илдәрҙән килтерелгән емеш-еләк менән сауҙа итеүсе эшҡыуарҙар баҫып алған. Улар беҙҙең камераларға күренгәнсе, ситкәрәк китеп, боҫоп ҡалыуҙы хуп күрә. Әммә бер нисә-минуттан һатыусы пәйҙә булды. Был урын өсөн унан кемдер хаҡ ала.
Башҡортостанда ғына үҙ баҡсаһында үҫтереп алынған йәшелсә-емеш менән һатыу итеү өсөн 300 ашыу сауҙа майҙандары булдырылған. Был 3800 бушлай урын тигәнде аңлата. Уларҙы баҡсасылар, шул иҫәптән хаҡлы ялдағылар һатыу итһен өсөн Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса муниципалитеттар ойошторған. Әйткәндәй, Нефтекамаға эш сәфәрҙәренең береһендә был нөктәләрҙә сауҙа барышы менән республика Башлығы шәхсән таныша алды.
Гүзәл Борханова







