Шәхси ойошма тарафынан ебәрелгән документта төрлө суммалар күрһәтелгән. Квитанциялар мутлашыусылар мәғлүмәтеме, әлле оферта килешеүеме икәнен БЮТ ижади төркөмө асыҡларға тырышты.
Өфөлә йәшәүсе Эльмира Князева почта йәшнигендә газ ҡоролмаһын ремонтлау өсөн килгән квитанцияны күреп мутлашыусылар әүҙемләшкәнен аңлаған. Зәңгәр яғыулыҡ ҡоролмаһын ваҡытында тикшертеп торған ханым 680 һум бурыс ҡайҙан килеп сыҡҡанын асыҡларға булған.
Эльмира ханымдың күршелерәнә лә төрлө сумма күрһәтелгән квитанция килгән. Иғтибарлы граждандар төбәктә рәсми эшләгән «ГАЗПРОМ межрегионгаз Өфө» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән.Ойошмала зәңгәр яғыулыҡ ҡоролмаһын тикшеретеү өсөн айырым квитанция ебәрелеүе мөмкин түгел тип билдәләйҙәр.
Зәңгәр яғыулыҡ ҡоролмаһын тикшереү, ремонтлау өсөн квитанция ебәреүсе ойошма Түбәнге Новгород ҡалаһында теркәлгән. Компания етәксеһе, хеҙмәттәрҙе оферта нигеҙендә тәҡдим итеп законды боҙмайбыҙ тип белдереҙе.
Оферта нигеҙендә килешеү төҙөргә саҡырған ойошмаға аҡса күсерергә кәрәк түгел. Зәңгәр яғыулыҡ ҡоролмаһын рәсми булмаған компаниянан тикшертергә теләгәндә генә шәхси эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итергә була. Квитанция шик тыуҙырған осраҡта белгестәр «Газпром межрегионгаз Өфө» ҡыҙыу линияһына шылтыратып мәғлүмәтте тикшерергә кәңәш итә.
Флорида Ким




