Сара музыкант тыуып үҫкән Йәнтеш ауылында үтте. Бәләкәй сағынан сәнғәт һәм музыка яратҡан Ғәйнетдин Моталов мәктәптә уҡығанда уҡ урындағы концерттарҙа сығыш яһаған.
Свердловск музыка училищеһында белем алып, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестрында 35 йылдан ашыу эшләгән. Республика сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Ғәйнетдин Моталовҡа «Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы», РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. 2011 йылда 82 йәшендә вафат булған дирижер Өфөлә ерләнгән.
Флорида Ким




