Тейешле указға республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Бер тапҡыр бирелә торған 100 мең һумлыҡ түләүгә тәрбиәгә бала алыусылар дәғүә итә ала.
Төп шарт – ғаиләлә кәмендә 7 бала алынырға тейеш. Дәүләт бүләге шулай уҡ 3 һәм унан да күберәк инвалид баланы йәки 7 етем баланы уллыҡҡа алыусыларға тапшырыла.







