12 йөк машинаһынан торған колонна Петровское ҡалаһындағы ү Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпкә төҙөлөш материалдары алып бара. Оҙаҡ йылдар дауамында ремонт күрмәгән белем усағын төҙөкләндереү өсөн яҡташтарыбыҙ күп көс һала.
Дөйөм тырышлыҡ менән мәктәптең ҡыйығы, тәҙрәләре, инженер селтәрҙәре яңыртыла. Республиканан тәүге гуманитар ылау теүәл 5 ай элек ебәрелде.
Донбассҡа гуманитар ылауҙы тәжрибәле водителдәр йөрөтә. Уларҙың һәр береһе Луганск һәм Донецк Халыҡ республикаларына тиҫтәләгән тапҡыр гуманитар ярҙам еткергән. Ҡәрҙәш халыҡтың тормоша битараф булмаған водителдәр аҡса йыйып ата-әсәһен юғалтҡан балаларға велосипедтар һәм футбол туптарын һатып алған.
Флорида Ким







