Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин менән берлектә Донбасс балаларын яңы уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләһе буйынса граждандарҙы ҡабул итте.
Осрашыу Өфө шифаханаларының береһендә үтте. Маруиполь ҡалаһынан ваҡытлыса күсеп килеүселәр араһында башлыса ишле бала тәрбиәләүселәр. Шифахана-профилакторий биләмәһендә 210 кешегә йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
Быйыл был ғаиләләрҙән 46 уҡыусы Башҡортостан мәктәптәрендә белем алыуын дауам итәсәк. Әсәләрҙе балаларын уҡыу кәрәк-яраҡтары, мәктәп һәм спорт кейемдәре менән тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Анна Цилькер бер-нисә көн элек кенә бала табыу йортонан сыҡҡан, кинйәһе Тимурҙан тыш 16 һәм 9 йәшлек улдар тәрбиәләй.
Күп кенә үҫмерҙәр тыуған ерҙәрендә ярты йыл техникум һәм махсус һөнәрселек училищеларында белем алып өлгөргән. Ваҡытлыса уҡыуҙан өҙөлөп тороусы йәштәр документтар юллай алмау сәбәпле, уларға яңынан туғыҙынсы класҡа барып, урта белем алыу тәҡдиме индерелде.
Бәләкәстәр ирекмәндәр ойошторған аквагримм буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Малай-ҡыҙҙарҙы төрлө йәнлектәр образына индерергә халыҡ-ара һөнәрҙәр мәктәбе уҡытыусы-ирекмәндәре индерҙе. Был осрашыу балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн дә фәһемле булды.
Гүзәл Борханова




