Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» сәнғәт галереяһында сираттағы күргәҙмә асылды

Был юлы экспозиция йәш рәссам Лиә Әхмәтгәрәеваның ижади эштәре ҡуйылған. Ул Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлаған белгестең тәүге экспозицияһын һанала.

Ә картиналары Рәсәй һәм сит илдә йәшәүселәрҙең шәхси коллекцияларында һаҡлана. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Нескә матурлыҡ һәм фәлсәфәүи уйланыуҙарға ҡоролған күргәҙмә кемде генә битараф ҡалдырманы. Һынлы сәнғәтте үҙ итеүселәр картиналарҙан бөркөлгән йылылыҡты фотоларға төшөрөп ҡалырға ашыҡты. Юҡҡа ғына, экспозиция ла «Күңелдең илаһи ижады» тип исемләнгән.

Һүҙ йәш рәссам Лиә Әхмәтгәрәеваға хаҡында. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлаған белгес бөгөн ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән. Ижади эштәре әле тотош донъяға таралған тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Лиәнең күпселек картиналары шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. 

Тулҡынланам, әлбиттә, ныҡ итеп. Ни тиһәң дә, бөгөн беренсе шәхси күргәҙмәм асылды. Рәссам булараҡ тулыраҡ үҫештемме юҡмы, әйтә алмайым. Шулай ҙа ижади эштәремде халыҡҡа еткергем, күрһәткем килде. Шуға ла туҡлыныуым көслө. Һәм ул минең өсөн икеләтә ҡәҙерле.

Лиә Әхмәтгәрәева, рәссам

Лиә Әхмәтгәрәева тик бының менән сикләнергә йыйынмай. Киләсәктә рәссам булараҡ тағы ла ныҡлы үҫешеп, яңынан-яңы үрҙәр яулау шуларҙың береһе.

Фото №1 - Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» сәнғәт галереяһында сираттағы күргәҙмә асылды

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ