Ярҙамда байрам. Байрамға тамырҙары ошо төбәккә барып тоташҡан 100-ҙән ашыу кеше килде. Сара сиктәрендә ошо уҡ ауылда тыуып-үҫкән, әлеге көндә Өфө районының Ҡомлокүл ауылында йәшәгән замандашыбыҙ Венера Исхаҡова-Нәсибуллина яҙған китаптың исем туйы ла үтте.
Йыйынтыҡ төрлө иҫтәлектәргә ҡоролған. Уларҙың ҡайһы берҙәре байрам барышында уҡып та ишеттерелде. Тау-урман араһында урынлашҡан Ярҙам ауылы бөгөн 10 йортҡа ҡалыуға ҡарамаҫтан, коммуникация селтәрҙәре үткән, үҙ элемтәһе лә бар, хатта йомшаҡ һыулы ҡоҙоғо ла бар.
«Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер» тип исемләнгән ауыл байрамы дуҫлыҡ-туғанлыҡ хистәрен яңыртып, ихлас күңелле ярҙамлыларҙы тағы ла берләштереп, рухландырып ебәрҙе.







