Башҡортостан башлығы Доставалов исемендәге батальон хәрби әҙерлек үткән урынға барҙы

Еңеү менән ҡайтығыҙ! Башҡортостан башлығы Доставалов исемендәге батальон хәрби әҙерлек үткән урынға барҙы. Яугирҙарҙың хәлен белеште. Радий Хәбиров менән бергә республиканың айырым район-ҡалаларының хакимиәт башлыҡтары ла яҡташтарына яҡындарынан сәләм һәм күстәнәстәр илтте. 

Доставалов исемендәге батальон хәрби күнекмәләр үтә. Яугирҙар ҡорал һәм техника менән тулыһынса тәьмин ителгән. Шарттар яу ҡырына мөмкин тиклем яҡынайтылған. Батальон ҡорал һәм техника менән ҡулланыу оҫталығын шымарта. Егеттәрҙең кәйефе күтәренке, командирҙары уларҙы маҡтап телгә ала.

Доставалов исемендәге батальон – Башҡортостан егеттәренән тупланған икенсе хәрби берәмек. Республика Европа уртаһында баш күтәргән фашизмға ҡаршы көрәштең алғы һыҙығына баҫҡан егеттәрҙе яңғыҙ ҡалдырмай. Батальон иң сифатлы хәрби форма, аяҡ кейеме һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Башҡортостан башлығының кәңәшсеһе Алик Камалетдинов батальондар менән даими бәйләнештә тора.

Башҡортостан башлығы батальон яугирҙарына боронғо ҡалҡан формаһында эшләнгән талдисмандар тартты. Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт итегеҙ, тылығыҙҙы беҙ хәстәрләбеҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров осрашыу барышында. Хәрби әҙерлек үткән майҙанға республиканың айырым район-ҡалалры хакимиәттәре башлыҡтары ла барҙы. Улар яугирҙарға яҡындарының сәләмен һәм күстәнәстәрен илтте.

Башҡортостан батальондарының рухи донъяһы ла иғтибар үҙәгендә. Яугирҙар менән бергә махсус хәрби операция биләмәһенә батюшка һәм имам юллана. Урал аръяғы ахуны Хәмзә хәҙрәт республика егеттәренән ҡораллы берәмектәр тупланған көндән алып улар менән бергә ялан шарттарында йәшәй.

Доставалов батальоны әҙерлек үткән техниканы Башҡортостан башлығы ла һынап ҡараны. Радий Хәбировҡа БМП менән идара итеү мөмкинлеге бирелде.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, тыныс ваҡытта ҡулына ҡорал тотоп Донбасс азатлығы һәм илебеҙ мәнфәғәттәре һағына баҫҡан яугирҙарҙы республика яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ.

Шайморатов һәм Доставалов батальондары халҡыбыҙҙың яугирлыҡ трандицияларын дауам иттереүселәр. Ил саҡырғанда Ватан һағына баҫыу йолаһы башҡорттарҙа элек-электән килә.

Уҡ-ян тотоп Наполеонға ҡаршы торған Төньяҡ Амурҙары, Деникин ғәскәренән Петроградты һаҡлаған башҡорт атлылары, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашизмға ҡаршы тиңһеҙ көрәш өлгөһө булған 112-се башҡорт атлы дивизияһы быға асыҡ миҫал. Башҡортостан батальондары ла һынатмаҫ, илебеҙгә еңеү менән ҡайтыр тигән ышаныс ҙур.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Доставалов исемендәге батальон хәрби әҙерлек үткән урынға барҙы

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ