Ун көнгә иҫәпләнгән «Университет сменаһы» лагеры бай йөкмәткеле программа тәҡдим итә. Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия, Ағиҙелдә теплоходта йөрөү, спорт уйындары һәм башҡалар.
Бөгөн балалар лекциялар тыңланы, юғары уҡыу йорто алдындағы самолет янынан йыһангирҙәр менән тура радиобәйләнешкә сыҡты.
Техникалар төҙөлөшөн малайҙар ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Айырыуса ярыш болидтарын проектлау, юғары уҡыу йорто студенттары үҙҙәре уйлап тапҡан моделдәр һоҡландыра. Донбасстан килгән уҡыусылар өсөн Өфө дәүләт авиация техник университетында һәр көн фәһем алырлыҡ программа ҡаралған.
Смена тамамланғанда һәр уҡыусыға «Аэрокосмос мәктәбе»н тамамлауы тураһында сертификат тапшырыласаҡ.
Балалар университет ятаҡтарында йәшәй. Тәүге көндө баш ҡала буйлап экскурсиянан һуң уларҙы сәләмләү байрамы уҙғарылды.
Халыҡ ара йыһан станцияһы менән радио бәйләнеш ойошторолдо. Балалар йыһангирҙәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды.
Илдәге хәлдәр йәш быуындың үҫешенә, белем алыуына ҡамасауламаҫҡа тейеш. Был йәһәттән Башҡортостан Донбасстан килеүселәргә лайыҡлы ярҙам күрһәтә.
Рәмилә Исмәғилева




