Шишмә районындағы «Авангард» үҙәгендә мәктәп уҡыусылары хәрби-патриотик йүнәлеш буйынса әҙерлек үтә. Улар беренсе ярҙам күрһәтергә, тирә-яҡта йүнәлеш билдәләргә, ҡорал ҡулланырға өйрәнә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Тигеҙ саф алға атлай. Федоровка районынан килгән малай-ҡыҙҙар «Зарница Поволжья» ярыштарында ҡатнашасаҡ. Унда еңеү яулау – ентекле әҙерлекте талап итә. Шуға күрә ҡояш аҫтында ҡыҙып ял итеүҙе улар хәрби кейемгә алмаштырған. «Авангард» үҙәгендә ойошторолған хәрби-патриотик сменаһына республика хәрби клубтарынан 11 йәштән 16 йәшкәсә 150 бала килгән.
Ете көнлөк смена теорияны үҙләштереүҙән башлана. Автоматты һүтеп-йыйыу, уларҙы айыра белеү, сәпкә тура эләгеү һәм башҡалары. Ҡыҙҙарҙан ғына йыйылған взвод мылтыҡ һәм пистолеттан атыу серҙәренә төшөнә. Аяҡ-ҡулдарҙы дөрөҫ ҡуйыу, һулыш сығарыу менән тәтегә баҫыу – тәү ҡарашҡа ғына еңел кеүек.
Әммә иң ҡыҙығы баҫыуҙа. Ҡулда маршрут номеры яҙылған карточка һәм компас. Бурыс – тәбиғәт факторҙарына ҡарап йүнәлеште, алыҫлыҡты билдәләргә өйрәнеү, миналар эҙләү. «Авангард» үҙәге уҡытыусыһы Андрей Рекрут әйтеүенсә, торған урынды билдәләй белеү ябай тормошта ла кәрәк булыуы ихтимал.
«Авангард» үҙәгендә ойошторолған хәрби-патриотик сменала балалар тактик, физик әҙерлек үтә, окоптар ҡаҙырға, шәхси һаҡланыу сараларын кейергә өйрәнә, беренсе ярҙам күрһәтеү алымдары менән таныша. Айырыуса иғтибар яу ҡырында хәрәкәт итеүгә, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеүгә бүленә. Уҡытыусылар – запастағы хәрбиҙәр.
15 августан киләһе 12 көнлөк хәрби-патриотик сменаға старт биреләсәк.
Әлфинә Килдейәрова




