Республика баҫыуҙарында урып-йыйыу дәррәү бара

500 мең тоннанан ашыу иген урылған, уртаса гектар ҡеүәте 30 центнерҙан ашыу. Дүртөйлө районы хужалыҡтарында ла иген культураларынан уңыш йыйыла. Баҫыу батырҙары менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

Ҙур тоннажлы самосвалдарға һуғылған иген тултырыла. Урып-йыйыуҙа ҡатнашыусылар ваҡыттың ҡәҙерен белеп, игендең бөртөгөн дә әрәм итмәй, ырҙын табаҡтарына ташый.

Гектар ҡеүәте уртаса 26,7 центнер тәшкил итә. Көн һайын район баҫыуҙарҙы 55 комбайн иңләй. «Россия» хужалығында ужым культураһы тритикале 32 урып-йыйыла. Ураҡта юғары технологиялы комбайндар ҡулланыла. Штурвал артында Фидус Гәрәев, Азамат Зәкиев, Наил Сәхәүетдинов кеүек үҙ эшенең оҫталары.

Дүртөйлөләр тритикале культураһын сәсеүгә юҡҡа ғына тотонмағандар. Иген менән арыштан алынған культура башлыса мал аҙығы булараҡ ҡулланыла. Ул һалҡындарға сыҙамлы, бәшмәк сирҙәренә бирешмәй, ер уңдырышлылығы ла төп шарт түгел. Игенселәр уның менән бөтә Ер шарын туйындырырға мөмкин, тигән фекерҙә.

«Еникеев» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә ураҡ ҡыҙыу темпта бара. Бында 470 гектарҙа иген, 518 гектарҙа – арпа, 230 гектарҙа тритикале уңышы алына. Икмәк өсөн көрәштә игенселәр ал-ял белмәй, көндө төнгә ялғап эшләй.

Ураҡ механизаторҙарҙы ныҡлыҡҡа ла һанай. Әммә ауыл хужалығы уңғандары ҡояш менән бергә уянып, баҫыу караптары штурвалы артында иген өсөн көрәшә. Быйылғы мул уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу маҡсатын ҡуя.

Республика баҫыуҙарында ла ураҡтың ҡыҙған мәле. Дүртөйлө районы игенселәре алдында иһә мул уңыш биргән баҫыуҙарҙы киләһе йылға сәсеү бурысы ла тора.

Фото №1 - Республика баҫыуҙарында урып-йыйыу дәррәү бара

 Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ