Бөрйән районында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Рәсәй тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес Алдар Иҫәкәевтың исеме мәңгеләштерелде. Тарихи яҙмаларҙа ул башҡорт батыры ғына түгел, тархан, дәүләт эшмәкәре, илсе булараҡ та билдәле. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Оҙон көйҙән ағылған моң ауылдаштарҙы тарих төпкөлөнә алып ҡайтҡандай тойолдо. Башҡорт халҡының гимны һаналған композиция Бөрйән районының тотош Ҡана йылғаһы буйҙарын яңғыратты. Аҫаба ерҙәр халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Рәсәй тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес Алдар батыр Иҫәкәев менән бәйле.
Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ хәтере мәңгелек. Быуаттар алмашынып, йылдар үтһә лә халҡыбыҙ үҙ батырын онотмай. Төрлө яҡлап шәхес рухын иҫкә ала. Сираттағыһы сара бөрйәндәрҙән бигерәк, Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе Алдар батыр вариҫтары өсөн дә мөһим ҡалды.
Тарихи яҙмаларҙа Алдар Иҫәкәевтың тыуған яғы Бөрйән районының Ҡана йылғаһы буйындағы хәҙерге Әтек ауылы күрһәтелгән. Шуға ла стелла асыу башланғысын ауыл халҡы, бер төркөм зыялылар менән бергә тормош ашыра. Һәйкәл Әтектең Түмәләс убаһына урынлаштырылды. Уны асыу тантанаһында Бөрйән районынан тыш, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашты.
Алдар Иҫәкәев 1695-1696 йылдарҙа Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашып, Батша Пётр Беренсе ҡулынан дәүләт наградаһы һәм тархан дәрәжәһе алған яугир. Шулай уҡ, Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыуҙа илгә ҙур хеҙмәт күрһәткән дипломат, күп телдәр белгән дәүләт эшмәкәре булараҡ танылған. Шуға ла башҡорт дипломатияһы тураһында һүҙ йөрөткәндә Ҡыҙыл Паша, йә иһә Кәрим Хәкимовтан алда, Бөрйән ырыуы тарханын миҫалға алыу кәрәк, тиелде сарала.
Ғөмүмән, Әтек ауылы халҡы тарихи шәхесен онотмай. Урындағы мәктәп, тыуған-яҡты өйрәнеү музейында Алдар батыр хаҡында тупланған мәғлүмәт стенды ошо хаҡта һөйләй. Тарханға республикалағы тәүге бюст тарихсы-этнограф Марат Муллағолов башланғысында Әтек ауылы мәктәбе биләмәһендә 2005 йылда асыла.
Тантаналы сара сиктәрендә, Алдар батыр Иҫәкәевҡа Башҡортостан һәм Рәсәй фәндәр академияһы тарафынан фәнни-ғәмәли конференция үткәреү мәсьәләһе лә күтәрелде. Айырым проза әҫәре ижад итеп, фильм дәрәжәһенә еткереү ҙә милләттәшебеҙҙең исемен мәңгеләштереүҙә өлөш индерер тигән теләктә ҡалды Бөрйән халҡы.
Азат Ғәлиуллин







