Башҡортостандан Луганск республикаһына сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

12 йөк машинаһынан торған колонна Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпкә төҙөлөш материалдары алып бара. Оҙаҡ йылдар ремонт күрмәгән белем усағын төҙөкләндереүгә яҡташтарыбыҙ күп көс һала. Бинаның түбәһе, тәҙрәләре, инженер селтәрҙәре яңыртыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров:

Башҡортостандан Луганск республикаһына сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Донбасҡа оҙатылған гуманитар ылау машиналарын тәжрибәле водителдәр йөрөтә. Уларҙың күбеһе Луганск һәм Донецк Халыҡ республикаларына бер нисә тапҡыр ярҙам алып барған. “Был юлы аҡса йыйып, балаларға бүләк һатып алдыҡ”, - ти водителдәр Юлдаш Биков һәм Вячеслав Асеев.

Башҡортостандан Луганск республикаһына сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Донбаста Башҡортостан табиптары ла эшләй. Унда поликлиника, кардиология һәм стоматология автопоездары йөрөй. Яңыраҡ бер төркөм медицина белгестәре Луганск Халыҡ Республикаһы бүләктәренә лайыҡ булды. Һаулыҡ һаҡлау министры Наталья Пащенко беҙҙең республика врачтарына рәхмәт белдерҙе, уларға “Рәхмәтле халыҡтан” тип аталған почет билдәһе тапшырҙы.

Фото №1 - Башҡортостандан Луганск республикаһына сираттағы гуманитар ылау оҙатылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ