Сикләүҙәр Татарстан республикаһы, Вологда, Калининград, Кострома өлкәһенән булған малдарға ҡағыла. Бындай тыйыу Африка тағуны таралыуға юл ҡуймау менән бәйле. Был турала Рәсәй Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан белдерҙеләр. Аталған төбәктәрҙән шулай уҡ сусҡа ите продукцияһын да сығарырға ярамай.Ил төбәктәрендә ветеринария белгестәре сирҙе асыҡлау, дауалау һәм иҫкәртеү өсөн саралар үткәрә. Республика ветеринария идаралы етәксеһе Азат Йыһаншин.







