Мәғлүмәт сараларында Республика Башлығы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы 10 меңдән ашыу хәбәр урынлаштырылған. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Татарстан һәм Түбәнге Новгород өлкәләре башлыҡтары алған. "Медиалогия" эксперттары Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивален, Башҡортостандың Екатеринбургта "Иннопром" фестивалендә лайыҡлы ҡатнашыуын, Абхазия делегацияһының Өфөгә килеүен баһалаған.







