Уҙған йылдағы осор менән сағыштырғанда, башҡарылған эш күләме 18 процентҡа юғары. Һөнәри байрамдары алдынан Радий Хәбиров төҙөлөш тармағында эшләгән 58 белгескә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһынан киләһе яҙма.
Төҙөүселәр – ил һәм республиканың ышаныслы терәге. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тармаҡ белгестәрен яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән ҡотлап, еңел булмаған һәм яуаплы эштәре оло ихтирам уятыуын билдәләне. Төҙөлөш комплексы үҫеш темптары менән дә ҡыуандыра.
«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса федераль аҡса әүҙем йәлеп ителә, быйыл 4 миллиард 400 миллион һум үҙләштереү ҡаралған. Төҙөлөш тармағының йылдам үҫеше – төплө иҡтисади сәйәсәт һөҙөмтәһе.
Ташсылар, инженерҙар, иретеп йәбештереүселәр, ағас эше оҫталары – һөнәри байрам алдынан төҙөлөш тармағының алдынғы белгестәренә абруйлы исемдәр, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙал һәм Почет грамоталары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында гүзәл заттар ҙа күп . Штукатур-малярҙар, кран машинистарының эше лайыҡлы баһаланды.
Башҡортостан төҙөүселәре ҡыйыу, һөнәри өлкәлә ҡуйылған бурысты лайыҡлы үтәй. Ошо көндәрҙә бер төркөм тармаҡ белгестәре емерелгән Донбассты тергеҙеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Радий Хәбиров Петровское ҡалаһында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәптә капиталь ремонт ойошторолоуын, урындағы балаларҙың 1 сентябрҙә яңыртылған белем усағына уҡырға барыуын да билдәләп үтте.
Гөлназ Хәйбуллина




