Яңы «Нефаз»ға йәшел ут! «Нефаз» предприятиеһында республика өсөн 63 яңы автобусты етештереү циклы тамамланыу алдында. Пассажирҙар өсөн уңайлы транспорт саралары август аҙағында тәүге рейсҡа сығасаҡ тип көтөлә.
Йылына 1500 автобус етештергән ҙур предприятие эшмәкәрлеге нисек ойошторолған һәм санкциялар йоғонто яһаймы? Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Йөҙәрләгән электр сымын тоташтырган Азат Шәфиғин оҫталығынан автобус менән идара итеү системаһы төҙөклөгө тора. Нефаз предприятиеһында 5 йыл слесарь-электрик булып эшләгән хеҙмәткәр транспортты йылытыу, һыуытыу, ишектәрен асыу-ябыу, кнопкалар менән идара итеү өсөн ҡаралған бәйләнештәрҙе тәртипкә килтерә.
Иң тәүҙә автобустың каркасы уйынсыҡ конструкторзы хәтерләтә. Предприятие хеҙмәткәрҙәре бер-бер артлы деталдәр ҡуйып тимер ҡоролманы пассажирҙар күреп күнеккән автобус ҡиәфәтенә еткерә. Цехта башҡарылған һәр операция урында уҡ етди техник тикшереү үтә. Йәмәғәт транспорты төҙөлөшөндә һәр эш миллиметрға тиклем теүәл башҡарылырға тейеш, сөнки уның сифатын кешеләрҙең хәүефһеҙлегенә ҡайтып ҡала.
Автобус етештереү цехында 1790 хеҙмәткәр эшләй. Улар өс сменаға бүленеп заводтың өҙлөкһөҙ эш процессына йәлеп ителгән. Ковид сикләүҙәре, иҡтисади үҙгәрештәр һәм санкциялар предприятиены урап үтмәгән. Әммә ҙур ойошмала ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сит ил деталдәренә альтернатива табылған. Мәҫәлән, Рәсәйҙә етештерелгән «Август» кондиционеры сифаты буйынса Европанан килтерелгән техниканан айырылмай.
Сәнәғәт циклында юғалтыуҙар тураһында һүҙ ҙә йөрөтөлмәй, киреһенсә йылдам үҫешкән «Нефаз» предприятиеһын киңәйтеү өҫтөндә эш алып барыла. Әле заводта йылына 1500 автобус етештерелә, ә инде киләһе йылдарҙа был һандарҙы 3 меңгә тиклем еткереү маҡсаты ҡуйылған. Сифатлы автобустарға ихтыяж артҡандан арта.
Флорида Ким







